Салауат ҡалаһының мәғариф һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттары «Мәғариф» милли проекты буйынса «ПРОфессия» профориентация клубы ултырышында «На пути к выбору» дәресендә ҡатнашты.
Йәштәргә адвокаттар палатаһы ағзаһы Гөлнара Усманова менән БР Адвокаттар коллегияһының Ишембай филиалы адвокаты Неля Ямбулатова юрист һөнәре, уның тормоштағы роле, юридик белем алыу мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Осрашыу һуңында "Я и право" викторинаһы булды, унда студенттар белемен һынап ҡараны, тип хәбәр итәләр.
Фото: Администрация городского округа город Салават Республики Башкортостан.