Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Декабрь 2024, 11:15

Башҡортостан журналистикаһында оло юғалтыу...

Башҡотростандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фирҙәүес Әхмәтйәнова вафат. Яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.  

Был турала "Учалинская газета" баҫмаһынан хәбәр иттеләр.

Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы 1964 йылдың 1 сентябрендә Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын "Ураҡ һәм сүкеш" гәзитендә башлай. Ябай хеҙмәткәрҙән баш мөхәррир вазифаһына тиклем үҫә.

Артабан оҙаҡ йылдар Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының бүлек етәксеһе булып эшләне. 2021 йылда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң Учалы мәғүмәт үҙәге филиалына директор итеп тәғәйенләнгәйне.

Мәрхүмә менән хушлашыу иртәгә, Учалы ҡалаһында була.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас