Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабрь 2024, 13:00

Йәсиндәр Мәсетле данын яҡлаясаҡ

"Айыҡ ауыл" конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды.  

Йәсиндәр Мәсетле данын яҡлаясаҡЙәсиндәр Мәсетле данын яҡлаясаҡ
Йәсиндәр Мәсетле данын яҡлаясаҡ

Йомғаҡлау сараһы бик матур күргәҙмәнән башланып китте. Унда бөтә райондың ҡул оҫталары үҙҙәренең эшен күрһәтеп кенә ҡалманы, ә оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе.

Байрам концертын Һөләймән ауылынан - «Йәшлек» фольклор ансамбле, Оло Аҡанан - «Әхирәтләр» фольклор коллективы, Тайыштан «Аҡсарлаҡ" бейеү коллективы, Дыуан-Мәсетле ауылынан «Зөбәржәт» фольклор төркөмө, «Байрам» ҡумыҙсылар ансамбле, «Ауылым ынйылары» фольклор коллективтарының сығышы биҙәне.

Бәйге көсөргәнешле барҙы. Һәр ауылда эскелеккә ҡаршы төрлө профилактик саралар үткәрелде. Конкурста ҡатнашыусы ауылдар араһында айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эш алып барылды, рейдтар, алкоголгә, тәмәкегә, наркотиктарға бәйле ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү һәм башҡа саралар ойошторолдо. Конкурс сиктәрендә спорт ярыштары, скандинав атлау марафоны, оҫталыҡ дәрестәре, байрам саралары, өмәләр үтте. Ойоштороу комитеты ағзалары уларҙың эштәрен даими баһалап торҙо. Комитет составында Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, Мәсетле районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Анфиса Ишмөхәмәтова, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина, Ҡошсо ырыуыныңь ҡор башы, аҡһаҡал Әхмәтнур Хафизов һәм муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Айгөл Шәрәпова еңеүселәрҙе билдәләне.

«Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсының муниципаль этабының еңеүсеһе тип Йәсин ауылы танылды. Хәҙер улар республика конкурсында район исеменән сығыш яһаясаҡ. «Иң яҡшы айыҡлыҡ ойошмаһы» номинацияһында Оло Аҡа ауылы, «Айыҡлыҡта изгелек» номинацияһында Абдулла, «Иң сәләмәт ауыл» номинацияһында Яңы Яуыш, «Спорт ауылы» номинацияһында Айып, «Айыҡ киләсәк» номинацияһында Дыуан-Мәсетле, «Сәләмәт ғаилә - илдең киләсәге» номинацияһында Һөләймән ауылндары еңеүсе тип табылды.
Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин бәйгелә ҡатнашҡан ауылдарға рәхмәтен белдерҙе һәм киләсәктә лә айыҡ тормош яҡлы булыуҙарын теләне. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Зәлифә Ғәлиуллина иң әүҙемдәргә рәхмәт хаттары тапшырып, «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас