Краснодар ҡалаһында ҡот осҡос хәл: 94 мәктәптә 8-се класс уҡыусыһы бысаҡ менән өс уҡыусыны яралаған. 13 йәшлек малайҙың хәле уртаса ауырлыҡта, ти белгестәр. Икенсеһенең танауы һынған һәм баш мейеһе һелкенгән, ә 15 йәшлек уҡыусының тубығы яраланған. Тағы ла ике бала зыян күргән, әммә улар дауаханаға һалынмаған.
Хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, был хәл ике уҡыусының ябай бәхәсенән башланған. Улалҙың береһе колонка аша ҡысҡыртып музыка тыңлаған, икенсеһе - ҡамасауламаҫҡа ҡушҡан. Ҡан-ҡойош башланғансы улар байтаҡ ваҡыт әрләшә, һуғыша, әммә уларҙы тыйыусы, тынысландырыусы булмай. Бәхәсләшкән балалар ҙа, зыян күреүселәр ҙә иҫәптә тормаған, имен ғаиләлә тәрбиәләнгән.
Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, бысаҡ алып килгән уҡыусы тотолған. Краснодар губернаторы мәктәпкә бысаҡ алып инеүгә юл ҡуйған кешеләрҙе асыҡларға ҡушҡан.