"Йәшлек" гәзтенең тоғро дуҫы, даими авторы Рәзинә Зәйнетдинова кисә әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарын ижад байрамына йыйҙы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең магазинында уның «Ҡашлы йөҙөк» китабының исем туйы үтте. Был уңған авторҙың икенсе баҫмаһы - 2017 йылда уның “Йәштәр тауышы” серияһында “Килен шәле” китабы сыҡҡайны.
Сараға яҙыусының ҡәләмдәштәре, коллегалары һәм әҙәбиәт һөйөүсе студенттар килде. Улар әҙибәне ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Нәшриәт хеҙмәткәре Эльвира Яҡупова, хеҙмәттәштәре Венер Исхаҡов, Заһиҙә Мусина, яҡташы, яҙыусы Марат Әминевтар Рәзинә Ғилман ҡыҙы тураһында һөйләп үттеләр. Сара хужабикәһенең уҡытыусыһы, хәҙер "Ағиҙел" журналында эшләүсе ғалимә Луиза Киреәева уның әҫәрҙәренә үҙ баһаһын биреп үтте:
-Прозаға, ғәҙәттә, күпмелер тәжрибә, бол туплағас ҡына киләләр. Ә Рәзинә ул яҡтан бик ҡыйыу аҙымдар яһай: жанр (һирәгерәк осраған детектив, фантастика, мажаралы) өлкәһендә лә, сюжетта ла (уның геройҙары төрлө шарттарҙа, төрлө ваҡиғаларҙа һынала) ҡәләмен шымарта. Иң мөһиме - сюжет "йомғағын" һүтә белә. Ни булыр артабан? Үҙ юлын табырмы герой? Әллә һыныр, һынатырмы?.. Шундай һорауҙар тирәһендә уйландырыу - уңыштың башылыр.Рәзинәне студент саҡтарынан беләм, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында уҡығанда уҡ бик үткер, һәр нимәгә үҙ ҡарашы булған, бөтмөр уҡыусым булараҡ, үҙ итәм, - тине ул.
Шулай уҡ Рәзинә әүҙем хеҙмәттәшлек иткән “Һәнәк” журналынан – Илгиз Ишулатов, “Йәншишмә”нән – Эльвира Әсәҙуллина, “Башҡортостан уҡытыусыһы”нан – Тимур Рәхмәтуллин, “Аҡбуҙат”тан Зөһрә Рәхмәтуллиналар әҫәрҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Бер төркөм студенттар менән килгән ғалим Зәки Арыҫлан улы Әлибаев авторҙарҙы йәштәр менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Кисә матур йырҙар менән үрелеп барҙы. Ҡурайсы Мирас Үҙәнбаев, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт драма театры актеры Морат Рафиҡов, йәш йырсы Линат Гәрәевтың сығыштары ла тамашасыларға бик оҡшаны.