+18 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабря 2024, 06:30
Организмға витамин етмәүҙең билдәләре
Организмға ниндәй витамин етмәүен үҙегеҙ ҙә асыҡлай алаһығыҙ. Бының өсөн ҡайһы бер билдәләргә иғтибарлыраҡ булырға ғына кәрәк.
Организмға витамин етмәүҙең билдәләре
Ҡулдарығыҙ, аяҡтарығыҙ ойой, йөрәк тибеше шәбәйеп, хәлһеҙлек барлыҡҡа килһә, хәтерегеҙ насарайһа, тимәк, һеҙгә В1 һәм тиамин витамины етмәй. Ҡара икмәк, фасоль, шпинат, һыра әсеткеһе, кишер, кукуруз ашарға кәрәк.
Туҡтауһыҙ өшөһәгеҙ, бер нәмә эшләге килмәгән тойғо һәм хәлһеҙлек яфалаһа, һеҙгә пантотен кислотаһы менән В3 витамины етмәй тигән һүҙ. Туҡланыу рационына күберәк йәшел борсаҡ, һыйыр бауырын, ҡыҙыл фасолде индерегеҙ.
Сәсегеҙ ҡойолоп, тирегеҙ кибеп, туҡтауһыҙ башығыҙ әйләнһә, был организмға В6 витаминының йәки пиридоксиндың етмәүе тураһында һөйләй. Һеҙгә борсаҡ, эшкәртелмәгән дөгө, ҡуҙаҡлыларҙы ашау файҙалы.
Бит һәм ҡул тиреһе ҡытыршыланып, иртән аяҡтарығыҙ ауыртыуын тояһығыҙ икән, һеҙгә рутин менән рибофлаваноид етмәй. Улар сөгөлдөрҙә, мүк еләгендә, ҡыҙыл көртмәлелә, ҡара емештә, гөлйемештә, кишерҙә күп.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"