Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Декабря 2024, 15:30

"Морабаха" үҫеш юлында

Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы менән берлектә «Морабаха» продукты буйынса тәүге килешеүҙе тормошҡа ашырҙы.  

"Морабаха" үҫеш юлында"Морабаха" үҫеш юлында
"Морабаха" үҫеш юлында

Сибай эшҡыуары Руслан Баймөхәммәтов 1,8 миллион һумлыҡ "Лада Гранта" фургоны һатып алыуға лизинг ярҙамы алды. Һатыу-алыу килешеүе формаһындағы был финанслау формаһы шәриғәт нормаларына һәм принциптарына тура килә, ә агентлыҡ ышаныссы (поручитель) булараҡ сығыш яһаны.
- «Морабаха» - партнерлыҡ финансларының бер ҡоралы булып тора, ул клиенттарға дини ышаныуҙарына һәм финанс ихтыяждарына яуап биргән альтернатив финанслау ысулын тәҡдим итә. Ул асыҡлығы, үтемлелеге һәм хәүефте минималләштереүе менән айырылып тора. Был уны халыҡтың төрлө төркөмдәре араһында популяр итә. Финанс ярҙамы "Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам" дәүләт проекты сиктәрендә күрһәтелә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.

Ҡатмарлы иҫәпләүҙәр артында проценттар йәшеренергә мөмкин булған традицион финанс инструменттарынан айырмалы рәүештә, "Морабаха"ла тауар хаҡының күләме алдан уҡ теүәл билдәләнә. Был продукт транспорт сараһын милеккә кисекмҫтән тулы түләү кертмәй тороп алырға мөмкинлек бирә.
Төбәк лизинг компанияһы һәм уның продукцияһы тураһында тулы мәғлүмәт компания сайтында бирелгән, консультацияны 8 (347) 222-46-16 телефоны буйынса алырға мөмкин.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас