Әрем
Әремдең әсеһе холециститтан һәм гепатиттан да ярҙам итә.Бының өсөн ике ҡалаҡ кипкән үләнгә 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан сәғәт ярым алда эсергә. Ике-өс аҙна шулай дауаланғанда, һөҙөмтәһе күренер. Был үлән шулай уҡ аш эшкәртеүҙе яҡшырта һәм аскаридтар кеүек организмдағы паразиттарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә.
Бөтнөк үләне
Бер стакан ҡайнар һыуға биш бөтнөк япрағын һалып, 15 минут төнәтергә. Был эсемлекте өс сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә. Ул бауырҙы токсиндарҙан таҙартырға һәм күберәк үт бүлеп сығарырға ярҙам итә.
Календула (тырнаҡ гөлө)
Был үҫемлек бауырҙағы матдәләр алмашыныу процесын тиҙләтә, шулай уҡ үт бүленеп сығыуҙы ла арттыра. Дауаланыу өсөн ике балғалаҡ тырнаҡ гөлө сәскәһенә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә. Шифалы эсемлекте көнөнә дүрт тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Ромашка
Был сәскә бауыр ауыртыуын баҫа, тотош организмды тынысландыра. Бының өсөн бер ҡалаҡ кипкән сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә һәм иртәле-кисле яртышар стакан эсергә.
Һары мәтрүшкә
Был дарыу үләненең дә бауырға файҙаһы ныҡ ҙур. Ул шулай уҡ ялҡынһыныуҙы баҫа, нервы системаһын тынысландыра һәм тотош организмды нығыта. Дауаланыу өсөн бер ҡалаҡ һары мәтрүшкәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға. Һуңынан 20 минут төнәтергә һәм һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Был үләндәрҙе профилактика урынына ла эсергә мөмкин. Үҙегеҙҙе хәлһеҙ тойһағыҙ ҙа ошо үләндәрҙең берәүһен генә эсегеҙ, шунда уҡ еңеллек һиҙерһегеҙ.
Үләндәрҙе айырым-айырым эсергә лә мөмкин, шулай уҡ бер нисәүһен ҡушып төнәтһәгеҙ ҙә зарар юҡ, улар бер-береһенең шифалы көсөн арттыра ғына.
Антибиотиктар менән дауаланыу курсы үткәндән һуң, бауыр өсөн үләндәр төнәтмәһен эсеү бик файҙалы. Шулай уҡ һыйлы байрам табынынан да һуң да уларҙың ярҙамы тейә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.