«Экология» милли проектының «Урманды һаҡлау» федераль йүнәлеше буйынса тубырсыҡ йыйыуҙы ноябрҙән март айына тиклем ойошторалар.
Яңауыл районы урмансыларына ярҙамға Орловка ауылы мәктәбе уҡыусылары килгән. Белгестәр тейешле инструктаж үткәргәс, балалар ихласлап эшкә керешкән һәм бер-ике сәғәттә 250 килограмм тубырсыҡ йыйып та ҡуйғандар.
Әйткәндәй, тубырсыҡ йыйыу - етди эш. Ул боҙолмаған, асылмаған булырға тейеш.
Киләсәктә был тубырсыҡтар урман булып үҫһен!
Фото: Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан.