Өфөнөң "Шервуд" торлаҡ комплексындағы хәл видеоға эләккән. Хәҙер ул атай ғәмәлдәре өсөн тәфтишселәр алдында яуап тотасаҡ.
Тәфтиш бүлеге РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан (бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләүҙә бурыстарҙы үтәмәү). Тәфтиш версияһы буйынса, 2024 йылдың 6 декабрендә иртән Шәфиев урамындағы күп фатирлы йорт ихатаһында ир, 3 йәшлек улының тыңламауына асыуланып, уға ҡарата физик көс ҡуллана. Был факт видеокүҙәтеү камераһында теркәлгән һәм социаль медиаға таралып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына барып еткән. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның бөтә сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында тикшереү эштәре ойошторолған.
Баланың әсәһе Mash Batash телеграм-каналына, ирем баланы торғоҙорға теләгәйне, ҡулы буш булмағас, аяғы менән төрткөләгән, тип аңлатҡан.
Өфөлә 9 айлыҡ бала менән ҡаты мөғәмәлә итеү осрағы өләсәйҙең уяулығы арҡаһында асыҡланған.
2024 йылдың ноябрендә Өфөнөң 3-сө полиция бүлегенә оло йәштәге ҡатын 21 йәшлек ейәненең октябрь айында өйөнән сығып китеүе, 9 айлыҡ баланың фатирҙа яңғыҙ булыуы тураһында ғариза яҙа.
Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Оператив-эҙләү сараларын үткәреү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре малайҙың ата-әсәһенең ҡайҙалығын асыҡлай. Әлеге ваҡытта улар полиция бүлегенә килтерелгән.
Йәш ата-әсә сабыйҙы өйҙә бер үҙен ҡалдырып, аҙналар буйына теләһә ҡайҙа йөрөп тик ятҡан. Баланың һаулығына иғтибар иткән кеше булмай.
Табиптар бәләкәсте ҡарағандан һуң, уның үтә хәлһеҙләнгәнен һәм физик үҫеше йәшенә тап килмәүен билдәләй.
Опека органдары ҡарары буйынса бала туғандарына тапшырылған, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте: "Был эш буйынса тикшереү дауам итә".
Ә беҙҙең ата-әсәләр яҡлаусы, һаҡлаусы ине...
Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan
Видео: Mash Batash телеграм-каналы.