Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабря 2024, 14:00

Исемлеккә 29 кеше өҫтәлгән

Яҡшы исемлеккә булһа бер хәл. Муттарҙан алданыусыларҙың һанын арттырғандар. Зыян күләме 10 миллион һумдан ашыу!

Исемлеккә 29 кеше өҫтәлгәнИсемлеккә 29 кеше өҫтәлгән
Исемлеккә 29 кеше өҫтәлгән

Туймазы районында йәшәүсе 68 йәшлек пенсионерға "электр энергияһы менән тәьмин итеү компанияһы хеҙмәткәре" шылтырата ла, электр счетчигын алмаштырыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Уның тәҡдиме буйынса ир смс-хәбәрҙән кодты әйтеп, үҙенең шәхси мәғлүмәттәренә инеү мөмкинлеген бирә. Ғариза биреүсенең ышанысы менән файҙаланған яуыздар ауыл кешеһенең 3,5 миллион һумдан ашыу шәхси тупланмаларын билдәһеҙ иҫәптәргә күсерә. 

Әбйәлил районынан 58 йәшлек иргә мессенджерҙарҙың береһенән "финанс аналитик" шылтырата. "Белгес" иргә сит ил валютаһына инвестициялау юлы менән өҫтәмә килем алыу тураһында һөйләй. Анһат ҡына табыш алыуға ҡыҙыҡҡан граждан әңгәмәсе ебәргән һылтанма буйынса инә һәм үҙенең "инвестиция иҫәбен" аса. Бер нисә көн дауамында пенсионер шунда аҡса һала, әммә дивидендтарын ала алмай. "Инвесторыбыҙ" бөтәһе 700 мең һумдан ашыу сумманан мәхрүм ҡалған. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте яҙа.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Полиция хеҙмәткәренән, банктан йәки кеҫә телефоны компанияһынан шылтыратһалар - һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Социаль селтәрҙәрҙә аралашыуҙа һаҡ булығыҙ. Шикле һылтанмаларҙан һәм тикшерелмәгән сайттарҙан һаҡланығыҙ. 

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас