Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2024, 12:30

Эскән, тәмәке тартҡан...

57 йәшлек ир хаҡында хәҙер "ине" тип - үткән заманда ғына һөйләргә ҡалды.

Эскән, тәмәке тартҡан...Эскән, тәмәке тартҡан...
Эскән, тәмәке тартҡан...

Өфө районының Вавилов ауылында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре ике фатирлы йортта янғын һүндергән.

Шул йортта йәшәгән бер ҡатын, төтөн еҫен һиҙеп, кисекмәҫтән 112 номеры буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә шылтырата һәм күршеләрен иҫкәртә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 57 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.

Янғындың сәбәбе - тәмәке тартыуҙа һаҡһыҙлыҡ, тиҙәр. Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.

Фажиғәгә юл ҡуймағыҙ:

- түшәктә тәмәке тартмағыҙ;

- электр сымдарының торошон күҙәтеп торорға, иҫкеһен алмаштырырға кәрәк;

- уларҙы хеҙмәтләндереү һәм алмаштырыу өсөн квалификациялы белгес саҡырырға онотмағыҙ;

- өйҙә янғын сигнализацияһы ҡуйығыҙ, ул һеҙҙе йоҡлап ятҡанда ла уятыр.

Үткән тәүлектә республикала 21 янғын булған. 

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

Эскән, тәмәке тартҡан...
Эскән, тәмәке тартҡан...
Эскән, тәмәке тартҡан...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас