Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI йыйынын ҡаршылап
Башҡорт рухын һаҡлай халҡымдың аҫыл балалары
Үткән быуаттың 70-се йылдары башында Яр Саллы ҡалаһының “КамАЗ” төҙөлөшөнә СССР-ҙың төрлө төбәгенән эшкә йәштәр ағыла башлай. Бында Башҡортостан республикаһынан да йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр килә. Тыуған яҡты, туған моңдо һағынған дәртле йәштәре уйындар, бейеүҙәр ойоштороп, башҡорт йырҙарын йырлап күнел аса.
Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе әүҙем яҡташтарыбыҙ төрлө кәртәне үтеп, башҡорт рухын күтәреү эшен башлай. Һөҙөмтәлә 1992 йылда ҡаланың 52-се мәктәбендә тантаналы рәүештә Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе асыла һәм шул уҡ ваҡытта "Юлдаш" башҡорт ойошмаһы төҙөлә. Унын беренсе етәксеһе итеп Рәмил Мырҙағолов һайлана, ул бик уңышлы эшләп китә. 2000 йылда ойошманың атамаһы "Шоңҡар" тип үҙгәртелә.
30 йыл дәүерендә башҡорт ойошмаһы ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн күп эш башҡарҙы. "Шоңҡар" башҡорт берләшмәһендә башҡа төркөмдәр ҙә үҙ юлын башлаған: "Аманат" әҙәби берләшмәһе, "Гөлнәзирә" халыҡ ансамбле, Йәкшәмбе башҡорт мәктәбе, "Гөрләүек" балалар бейеү ансамбле, “Ағинәйҙәр” берләшмәһе.
Яҡташтарыбыҙҙы бергә йыйып, халҡыбыҙҙың йола-байрам сараларын үткәрәләр. Ә йолаларыбыҙ, шөкөр, етерлек – “Башҡорт туйы”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Һаумыһығыҙ, яҡташтар!”, “Ҡарға бутҡаһы”... Ә “Аулаҡ өй” сараһы Татарстан телевидениеһының “Карауан” программаһында күрһәтелә.
Ойошма ағзалары эшкә килгән талантлы яҡташтарыбыҙҙың оҫталығын асырға ла ярҙам итә. “Гөлнәзирә” башҡорт халыҡ ансамбле төрлө йылда эшкә килгән яҡташтарыбыҙҙы йыйып, “Ашҡаҙар тандары”, “Ҡазан һөлгөһө”, “Сытыр тау” фестивалдәрендә ҡатнашып, дәрәжәле дипломдарға эйә булды. Риф Аралбаев ҡумыҙсыларҙың төбәк конкурсында призлы урындар яуланы (үҙе ҡумыҙ ҙа яһай). Рәмилә Йосопова Туймазы ҡалаһында үткән "Оҙон көй" конкурсында “Төлкөлө тау” йырын башҡарып, “Алтын фонд”ҡа инде.
1992 йылда рухлы милләттәшебеҙ Әлнисә Алдырханова ата-әсәләрҙе йыйып, Яр Саллы ҡалаһында башҡорт мәктәбен асыуға өлгәшә, артабан йәкшәмбе башҡорт мәктәбе тип үҙгәртелә. Башҡорт телендә белем алған уҡыусылар Башҡортостанға ҡайтып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә.
Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын йәкшәмбе мәктәбендә уҡыған иң әүҙем балаларға журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Әлнисә Алдырханова исемендәге премия бирелә.
“Гөрләүек” балалар ансамбле Милли ҡурсаҡ фестивалендә ҡатнашып, призлы урын яуланы.
“Аманат” берләшмәһе үҙ телебеҙҙә ижад иткән шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен бергә туплап, китап баҫтырырға ярҙам итте – "Юлдаштар", "Аманат", "Хәтер сылбыры" йыйынтыҡтары сыҡты.
Бөгөн “Гөлнәзирә” халыҡ ансамбле йыр-моңға һыуһаған яҡташтарына яңы концерт программаһын әҙерләй. Шулай уҡ “Шишмә” халыҡтар дуҫлығы йортонда үткән "Бишек йыры" фестивалендә ҡатнашырға йыйына. Талантлы йырсыларыбыҙ, бейеүселәребеҙ, шағирҙарыбыҙҙың ижад кисәләрен үткәреү ҙә күҙаллана.
Киләсәккә пландар ҙур: беренсенән, төрлө сара аша башҡорт балаларын башҡорт мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә ылыҡтырыу, йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡыҙыҡһыну уятыу.
Икенсенән, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы аша ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, яңы килгән яҡташтарға рухи ярҙам күрһәтеү. Артабан ҡала күләмендә балаларҙы йыйыу ауыр булыу сәбәпле, башҡорт йәкшәмбе мәктәбендә мәҙәниәтте һәм әҙәбиәтте өйрәнеү дәрестәрен дистанцион форматта ойоштороу.
Берҙәм булғанда, барыһы ла килеп сығасаҡ!
Рәмилә ЙОСОПОВА,
“Шоңҡар” башҡорт мәҙәни ойошмаһы етәксеһе.
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы.
Фото: автор фотоһы. Әлнисә Алдырханова исемендәге премия тапшырыу тантанаһында ҡатнашыусылар.