Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Декабрь 2024, 10:00

Аленаға моторлы кәмә кәрәк

"Әбей-бабайҙарымды йәлләйем... Мин йөрөмәһәм, кем уларға хәҙер почтаны алып барыр?". Алена Алеева Павловка һыуһаҡлағысы буйлап ун ауылға почта ташый.

Аленаға моторлы  кәмә кәрәкАленаға моторлы  кәмә кәрәк
Аленаға моторлы кәмә кәрәк

Ҡариҙел районының Өргөш ауыл советына ҡараған төпкөл Сыбыҡ ауылында Алена Алеева исемле ябай почтальон ҡатын йәшәй. Ул ун ауылға Павловка һыуһаҡлағысы буйлап  көнөнә 130 саҡырым юл үтеп почта тарата. Йәйгеһен мотор кәмәлә, ҡышҡыһын боҙ өҫтөнән ҡаргиҙгестә яҡташтарына хаттар, квитанциялар, гәзит-журналдар, аҙыҡ-түлек ташый, пенсияларын алып барып бирә.  Адресаттары оло донъя менән бәйләнеш булдырған почта элемтәһе хеҙмәткәрен түҙемһеҙләнеп көтөп тора. Бынан 26 йыл элек эшкә урынлашҡанда хат ташыусы почтаны ат менән ташыған булған. Бар тормошо был ханымдың һыу юлы менән бәйләнгән. Тормош иптәше лә ошо йылғала фажиғәле һәләк булған. Яңғыҙ тормош көтһә лә, марий ҡатыны Алена тормошҡа зарланмай, үҙенсә тырышып донъя йөгөн тарта. Сөнки ул ауылдаштарын ташлап китә алмай, юлһыҙ ерҙә көн күргән оло йәштәгеләрҙе йәлләй, көнитмешенең йәмен  ошо кешеләр менән аралашып йәшәүҙән күрә. Техникаға бензинды ла ваҡытында килтермәһәләр, үҙенекен ҡойоп, ваҡытында почтаны алып барып еткерә.

  Кисә ул Өфөнөң «Родина» кинотеатрында кинорежиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың үҙе тураһында төшөрөлгән  «Водяная» фильмының презентацияһында ҡатнашты.  Картинаны ҡарағандан һуң Алена Аркул ҡыҙын тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Залда ултырған бер ханым хатта ошондай көслө рухлы ҡатындарҙың йәшәү өлгөһө, үрнәге  үҙенә  көс биреүен танымай ҡалманы.

Презентациянан Алена Алеева ябай хат ташыусының хеҙмәтен  баһалап, кино геройы дәрәжәһенә күтәргән  кинорежиссерға рәхмәтен әйтте.

Фильмды ҡарағандан һуң БР мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова ла уға һоҡланыуын йәшермәне һәм сәскә гөлләмәләре  бүләк итте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алена хәҙер почта эшенән китергә йөрөй. Сөнки уның "Обь-3" кәмәһе хәҙер ныҡ иҫкергән, моторы бөтөнләй эшлектән сыҡҡан. Ике ай үҙенең моторын ҡуйып йөрөгән.

– Техникамды ремонтлап бирмәгәстәр, эшләргә бөтөнләй теләгем һүнде. Тик һаман да шул тик минең аша бәйләнеш тотҡан әбей-бабайҙарымды йәлләйем. Ҡышҡыһын әлегә эшләп торам, – ти ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас