Оператив-иҫкәртеү сараһы барышында 1500-ҙән ашыу объект тикшерелә, шуларҙың 760-тан ашыуы - сит ил граждандарын теркәү урыны буйынса торлаҡ биналар, 60-ҡа яҡын баҡса һәм дача участкалары, 180-дән ашыу төҙөлөш объекты, 30-ҙан ашыу тимер юл станцияһы һәм автовокзал, 50-гә яҡын автосервис һәм 140 сауҙа объекты, шулай уҡ 3 юғары уҡыу йорто, 6 производство-келәт бинаһы, 180-дән ашыу транспорт объекты һәм 60-тан ашыу йәмәғәт туҡланыуы пункты һәм өс тиҫтә башҡа объекттар.
Бөтәһе 340-тан ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлана. Суд органдары тарафынан сит ил граждандарын Рәсәй Федерацияһынан административ сығарыу тураһында 70-тән ашыу ҡарар ҡабул ителгән.
Бынан тыш, Стәрлетамаҡта сит ил гражданы идара иткән "Ҡазан-Өфө-Стәрлетамаҡ-Ҡаҙағстан" маршруты буйынса йөрөгән автобусты тикшереү барышында Рәсәй Федерацияһы территорияһында ғәмәлдәге миграция ҡануниәтен боҙоп йөрөгән яҡын сит ил кешеләре асыҡланған. Ҡулға алынғандар махсус ҡабул итеү пунктына урынлаштырыла, уларға ҡарата миграция ҡануниәтен боҙоуҙар өсөн 30-ға яҡын административ протокол төҙөлгән.
Фото: БР буйынса ЭЭМ миграция мәсьәләләре буйынса идаралығы.