I төркөм инвалидтары —Йәнтеш ауылынан Нур Муталовҡа, Аҡъярҙан Нәилә Хоҙайбирҙина, Тамара Шахова менән Яңы Ергән ауылынан Кәрим Рәхмәтовҡа телескопик пандустар урынлаштырҙылар.
Телескопик пандустар – ул мобиль констуркциялар. Уларҙы баҫҡыстарҙа, һыуҙа, бейеклеккә күтәрелгәндә, мәҫәлән инвалид-коляскаһында сәхнәгә күтәрелгәндә ҡулланырға мөмкин. Еңел булыу сәбәпле, уларҙы үҙең менән йөрөтөү ҙә уңайлы.