Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Декабрь 2024, 16:00

Араларға йылғыр йылдар ятҡан

Араларға йылғыр йылдар ятҡан, Барыр юлдарыбыҙ аҙашҡан. Уйландырып, уфтандырып ҡына Төшкә инә бөркөт ҡараштар. Яттар ҡулы менән ярты итеп Яҙылғанмы шулай яҙмыштар?.. Йылдар аша тоям ғазаптарын, Һыҙланалыр бөркөт ҡараштар... Ҡар-буранлы, зәһәр елле икән Мин юлыҡҡан ҡырыҫ тарафтар... Оҙон төндәр, үкенестәр өсөн Кисерегеҙ, бөркөт ҡараштар.... Йылдар өҫтәп, юлдар оҙонайыр, Йөрәктәрҙә ҡалыр һағыштар... Йәшәргә көс, йәшнәргә дәрт өҫтәй Төшкә ингән бөркөт ҡарашатар. Айгөл Назырова

Араларға йылғыр йылдар ятҡанАраларға йылғыр йылдар ятҡан
Араларға йылғыр йылдар ятҡан

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас