Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2024, 14:30

Рулет

Ҡаҙҙар һуйылып, һыуытҡысҡа инеп ятты. Хәҙер ҡыш буйына ҡаҙ ите ашап, бәлеш бешерергә була. Һеҙгә бер рецепт тәҡдим итмәксемен.  

РулетРулет
Рулет

 

 Ҡаҙҙың ике бүтәгәһен, ике йөрәген, бер  бауырын турағыстан үткәреп, һуған, кишер менән яртылаш бешкәнсе ҡыҙҙырабыҙ. Бер йомортҡаға самалап он, һыу ҡушып ҡамыр баҫып,  йоҡа ғына йәймә йәйәбеҙ ҙә,  уға әҙер фаршты һалып рулет итеп урайбыҙ һәм парҙа бешерәбеҙ. Бик тәмле килеп сыға.

 Зәйнәб Вилданова.

 Учалы районы,

 Миндәк ауылы.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас