– Башҡортостан Башлығы 12 декабрҙә республика парламенты алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ, – тигән Константин Толкачев.
Мөрәжәғәтнамәлә республика Башлығы киләһе йылға төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләйәсәк, көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм республика менән идара итеүҙәге тәү сираттағы бурыстарҙы аныҡлаясаҡ. Мөрәжәғәтнамәнең төп тезистары 2025 йылда парламент эшмәкәрлеге өсөн нигеҙ булып торасаҡ һәм закон проекттарын әҙерләгәндә йүнәлеш булып хеҙмәт итәсәк.