Өфөлә 74 йәшлек уҡытыусы, үҙенең иҫәбендә шикле операциялар тураһында шылтыратыуҙарға ышанып, 1 миллион һум аҡсаһын юғалта яҙған. Ярай ҙа сауҙа үҙәгенең һаҡсыһы ваҡытында ҡыҫылып, полиция саҡырған!
Учалы районында 66 йәшлек пенсионер ҡатын, МТС-тың ялған хеҙмәткәре уның телефонына алыҫтан инеп, кредиттарҙы рәсмиләштергәндән һуң, 1,5 миллион һум аҡсаһынан мәхрүм булған.
Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ, аҡса күсермәгеҙ һәм телефонығыҙға инеү мөмкинлеген бер кемгә лә бирмәгеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.