-Электр ҡорамалдарын ҡороу һәм эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу, шул иҫәптән электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырыу арҡаһында 6 янғын сыҡҡан;
- Мейестәрҙе урынлаштырыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында - 1 янғын;
- Йәшен арҡаһында - 1 янғын;
- Ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында - 1 янғын.
Янғындар түбәндәге райондарҙағы 6 мәсет бинаһында һәм 3 сиркәүҙә теркәлгән:
Сиркәүҙәр:
1. Ауырғазы районы (Таштамаҡ ауылы) - мейестәрҙе урынлаштырыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
2. Шаран районы (Писарев ауылы) - электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу;
3. Өфө ҡалаһы - электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.
Мәсеттәр:
1. Әбйәлил районы, Хәлил ауылы (электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу);
2. Ҡыйғы районы, Яуын ауылы (электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу);
3. Федоровка районы, Бала Сытырман ауылы (йәшен разряды);
4. Яңауыл ҡалаһы (ут менән һаҡһыҙ эш итеү);
5. Асҡын районы, Солтанбәк ауылы (электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу);
6. Бүздәк районы, Иҫке Боғаҙы ауылы (электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу).
Дини учреждениеларҙың яуаплы кешеләренең иғтибарын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә йүнәлтәбеҙ:
- янып торған шәмдәрҙе тәҙрә төбөнә ҡуйыу хәүефле, ҡорғанға ҡабыныуы ихтимал;
- электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- янар материалдарҙы мейестән алыҫ тотоғоҙ;
- бинанан сыҡҡанда электр энергияһын һүндерегеҙ.
Фото: МЧС РБ.