Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2024, 03:56

Беҙҙекеләр 44 миҙал яуланы!

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта "Профессионалдар" һөнәри оҫталыҡ чемпионатының финалы уҙҙы. Унда Башҡортостан командаһы бик лайыҡлы сығыш яһап, илебеҙҙә лидер икәнен күрһәтте.

Беҙҙекеләр 44 миҙал яуланы!Беҙҙекеләр 44 миҙал яуланы!
Беҙҙекеләр 44 миҙал яуланы!
Финалда 900-ҙән ашыу конкурстант ҡатнашҡан. Бынан тыш, шул уҡ һанда эксперт-остаз, 700-ләп волонтер, 3000 "һөнәрҙәр марафоны"нда ҡатнашыусы, 5000-дән ашыу эшлекле программа ағзалары булған.

Ҡытай, Сүриә, Әзербайжандан да килгәндәр. Еңеүселәр эш урыны буйынса ла ярҙам аласаҡ, шулай уҡ аҡсалата премия тапшырыла.
Башҡортостандың йыйылма командаһы 44 миҙал яуланы: 7 алтын, 19 көмөш, 18 бронза, тип һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашалар.
Фото: Министерство образования и науки Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас