Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Декабрь 2024, 14:37

Балтанан бутҡа...

Өфө клиник дауаханаһының яңғыҙ 60 йәшлек фельдшер-лаборанты билдәһеҙ кешеләрҙең енәйәти ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалған.

Балтанан бутҡа...Балтанан бутҡа...
Балтанан бутҡа...

Енәйәтселәр телефон аша һөйләшкәндә финанс аналитиктары һәм юристар булып таныла.

Ҡатын 10 ай дауамында аҡсаны енәйәтселәрҙең иҫәбенә өлөшләп күсерә, һөҙөмтәлә 3 миллион һумдан ашыу аҡсанан яҙа. Тәүҙә ул үҙенең брокер иҫәбенә аҡса өҫтәй, һуңынан, имеш, "туңдырылған" аҡсаны кире ҡайтарыу һәм иҫәбен ҡайтанан асыр өсөн, аҙаҡ халыҡ-ара килешеү стандарттарына тап килмәгән банк картаһын резервациялау өсөн аҡса ебәрә. Инкассаторҙарҙың хеҙмәттәре өсөн түләүҙе талап иткәндәренән һуң ғына ҡатын үҙенең алданыуын аңлай.

- Таныш булмаған кешеләргә, кем генә булһалар ҙа, аҡса күсермәгеҙ! - тип иҫкәртә БР буйынса ЭЭМ махсус хеҙмәте.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас