Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь , 23:18

Ярҙам буласаҡ

"Һаңғырауҙар йәмғиәте" рәйесе Ольга Шевнина Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тамамланғас, инвалидтар өсөн мөхитте артабан да үҫтерәсәктәрме, тип һораны.

Ярҙам буласаҡ
Ярҙам буласаҡ

Радий Хәбиров 2025 йыл башында кәңәшмә үткәрергә вәғәҙә итте, унда эш планы билдәләнәсәк. Инвалидтарға ярҙам итеү бер йыл эсендә тамамланмай, ул даими нигеҙҙә алып барыласаҡ, тине ул:

- Был кешеләрҙе яратырға, аңларға, уларҙан ҡыйыулыҡҡа өйрәнергә кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: