Бөрйән районы умартасыһы Вадим Сәйфетдинов Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировтан башҡорт бал ҡортоноң популяцияһын кәметкән башҡа төбәктәрҙән ауырыу бал ҡорттарын контролдән тыш индереүҙе туҡтатыу буйынса саралар күреүҙе һораны.
- Был сетерекле проблема менән танышмын, умартасыларҙың ситтән, ҡағиҙә булараҡ, көньяҡ төбәктәрҙән, умарта пакеттары алып килеп, һуңынан балды "башҡорт балы" тип һатыуҙарын беләм. Антибиотиктар ҙа ҡулланалар. Беҙҙең ветеринария хеҙмәттәре был хаҡта белә һәм саралар үткәрә, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан вице-премьеры - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов быйыл тәүге тапҡыр хөкүмәт бойороғона ярашлы, бал ҡорттарының законһыҙ индерелеүенә юл ҡуймау буйынса "Бал ҡорто" операцияһы үткәрелеүе тураһында һөйләне.
- Һәм ул һөҙөмтәләр бирә. Эш дауам итәсәк. Беҙҙең бал ҡорттарын яҡларға кәрәк, - тине Илшат Фәзрахманов.
Фото: "Башинформ".