Өс көнлөк донъяла
Өс көнлөк донъяла. Кемдәргәлер асыу һаҡлап Йәшәмәйем үсләшеп. Һөймәгәндәргә һөйкәлеп Йөрөмәйем көсләшеп. Аяғымды юрғаныма Ҡарап һуҙып, көн итәм. Булғанына ҡыуанам да, Юғына сабыр итәм. Көн итешем күңелемә Аҙыҡ бирә иң әүәл. Байлыҡ туплау минең өсөн Түгел дә мөһим ғәмәл... Берәүҙән дә кәм дә түгел. Артыҡ түгел берәүҙән. Көс етмәҫкә көсәнмәйем- Булғаны ла бик еткән. Балаларым - ҡыуанысым, Туғандарым - таянысым. Һәм тағын да - Ләә илаһа Аллаһ - иң ҙур инанысым! Донъя бит ул бары өс көн- Кисә.., бөгөн.., иртәгә. "Донъялыҡта беҙ тип ҡунаҡ"- Әйтмәйҙәрҙер тикмәгә, Ҡунаҡ булғас ни донъяла Йәшәү кәрәктер тыйнаҡ. Йәшәмәйек йөрәктәрҙә Үс, кенә, асыу йыйнап.
Гөлзифа Исрафилова