- Етәксе яҡшы эшләгән ерҙә эштәр ҙә яҡшы бара, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Республика башлығы муниципалитет башлыҡтары буйынса бик етди эш башҡарылыуын билдәләп, башлыҡтарҙың хәҙерге корпусын эшлекле тип атаны:
- Әгәр элек башлыҡтарҙың уртаса йәше 53 булһа, хәҙер - 45-46 йәш. Быйыл 11 башлыҡ алышына. Беҙҙә биш ҡатын-ҡыҙ етәксе булғайны, хәҙер дүртәү. Шундай тренд. Ҡатын-ҡыҙ ҡайһы берҙә ир-егеткә ҡарағанда яуаплыраҡ эшләй. Мин яуаплы, намыҫлы кеше эшләгәндә тынысмын. Әммә башлыҡ эше - ул барыбер ирҙәр эше, ул бик ауыр, физик яҡтан ауыр, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".