Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь , 22:32

Радий Хәбиров: "Башҡорт аты" брендына патент алдыҡ

Әбйәлил районынан КФХ башлығы Айтуған Фәттәхов балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт атын һәм йылҡысылыҡты популярлаштырыу буйынса проекттар буламы, тип һораны.

Радий Хәбиров: "Башҡорт аты" брендына патент алдыҡ
Радий Хәбиров: "Башҡорт аты" брендына патент алдыҡ

Башҡортостан Башлығы, был мөһим мәсьәлә һәм уны хөкүмәттә тикшерәсәктәр, тип билдәләне.

- Нисек эшләргә икәнен ҡарарбыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Эшебеҙҙең мөһим һөҙөмтәләренең береһе - "Башҡорт аты" брендына патент алдыҡ, тимәк аттарыбыҙҙың үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алдыҡ. Был брендты ҡулланһалар, штраф һала алабыҙ. Шишмә районында башҡорт аты үҙәге төҙөләсәк. Мин был теманы тәрәндән өйрәнеп, республика хөкүмәте кәңәшмәһендә яңы проект булдырыу мәсьәләләрен тикшерәсәкмен.

Фото: автор.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: