Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2024, 18:44

Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау тураһында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш ваҡытында Өфөнөң Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау барышы тураһында ла һөйләне.

Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау тураһындаОктябрь революцияһы урамын реконструкциялау тураһында
Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау тураһында

- Баш ҡаланың 450 йыллығына программа әҙерләгәндә, финанслау арҡаһында уны тамамлау ваҡыты күсерелде. Әммә беҙ уны тамамларбыҙ. Унда, күренмәһә лә, ҙур күләмдә эш башҡарылды, селтәрҙе юл аҫтына күсерҙеләр һәм юлдың үҙен эшләнеләр. Төҙөкләндереү үткәреү өсөн иң тәүҙә һәр мәҙәни мираҫ объектының кәрәкле эштәрҙе башҡарыусы, ремонтлау менән шөғөлләнеүсе хужаһы булырға тейеш. Былар барыһы ла башҡарылғас, республика аҡсаһы шунда йүнәлтәсәкбеҙ, төҙөкләндерербеҙ, - тине Хәбиров.

Фото:Валерий Шахов.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас