Йырсы яңы машинаһында авария яһаған. Аллаға шөкөр үҙе иҫән-һау. Үҙ машинаһына һәм унан алда барған автомобилгә, юл ситендәге рәшәткәләргә генә зыян килгән.
– Ҡыҙғанысҡа бөгөнгө иртәм хәйерле булманы. Светофорҙа бер аҙ ашыҡтым һәм боролошҡа һыйманым, – тип аңлата Әлиә был хәлде.
Әле юлдың иң ҡурҡыныс ваҡыты, тиҙлек режимын һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү зарур, ти белгестәр.