Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабря 2024, 13:24

"Инвесторҙар"ҙың табышы - кредит һаҙлығы

Уҙған тәүлектә мутлашыусылар республика халҡынан 10 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған.

"Инвесторҙар"ҙың табышы - кредит һаҙлығы"Инвесторҙар"ҙың табышы - кредит һаҙлығы
"Инвесторҙар"ҙың табышы - кредит һаҙлығы

Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына мутлашыу тураһында 23 хәбәр килә.

Өфөлә бер магазин директоры телефон уйындарын уйнаған ваҡытта "өйҙә ултырып аҡса эшлә" тигән реклама күреп ҡала. Ҡатын һылтанма буйынса сайта теркәлә. Артабан, "кураторҙың" етәкселеге аҫтында, махсус платформала теркәлә һәм эш башлай.

Ҡатындың тәүге инвестицияһы 10 мең һум тәшкил итә. Уға муттар, хатта ике мең һумдан ашыу килем "теркәй". Шунан һуң ҡатын "кураторға" әйтмәйенсә генә үҙенең аҡсаһын кире алырға  йыйына. Шул мәлдә мутлашыусылар уны шунда уҡ "ҡапҡанға эләктерә".

Сауҙа терминалына ярҙам итеүсе ялған белгес ҡатынға иҫәп менән ҡулланмағас, бурыстар йыйылмаһын өсөн, уны ябырға ҡуша.

Ғариза биреүсе ҡабаттан аҡсаһын алырға маташҡанда, уға башта ниндәйҙер кредит "ҡулбашын" ябырға кәрәк, тиҙәр, йәнәһе, шунан ғына аҡсаһын аласаҡ.

Һуңыраҡ уның "брокер иҫәбе номерында хата яһауы" асыҡлана һәм, имеш тә, шуның өсөн уның транзакцияһы кире ҡағыла.

Аферистар был сетерекле мәсьәләне "хәл итергә" тәҡдим итә - яҡшы кредит тарихы һәм кредит потенциалы булған поручителде таптыралар. Оҙаҡ уйлап тормай, ҡатын үҙенең килененә кредит алырға тәҡдим итә. Килене 940 мең һум кредит аҡсаһын тотторғас, ҡатын бөтә сумманы мутлашыусылар иҫәбенә ебәрә.

Бер аҙҙан мутлашыусылар тағы шылтыратып, брокер иҫәбенең индексын әйтеүҙе һорай. Әммә ғариза биреүсе был мәғлүмәттәрҙе телефонынан юйғас, улар индексты тергеҙеүҙә ярҙам ҡулын һуҙа -  700 мең һумлыҡ залог бирергә ҡуша.

Ҡатын хеҙмәттәшенән кредит алдыртып, 980 мең һумды аферистар күрһәткән иҫәпкә күсерә.

Ялған белгестәр ҡатынға уйлап сығарылған һалым индексын ебәрә. Ҡатын муттарға мессенджер аша шылтыратып, бөтә сумманы кире алырға теләүе тураһында белдерә. Әммә билдәһеҙ кешеләр уның башын бутап, төрлө һылтауҙар менән унан тағы ла 500 мең һумдан ашыу аҡса һура (был сумманы әхирәте үҙенең исеменә кредит алып, ҡатынға бирә).

Ҡатын бөтә суммаларҙы кире алырға маташҡанда, унан тағы ла аҡса һорайҙар һәм ул шунда ғына алданғанын, 2,5 миллион һум аҡсаны кире ҡайтара алмаясағын аңлай. Ҡатын был турала иренә һөйләй һәм улар полицияға ғариза яҙа.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: телефон аша йәки мессенджерҙарҙа таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙа мөмкин тиклем һаҡ булығыҙ. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм бирмәгеҙ. Интернеттағы төрлө рекламаға ышанмағыҙ. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас