Форсаттан файҙаланып, гимназия уҡытыусылары төбәк Башлығына яңыраҡ алған яңы мәктәп автобусы өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәҙер яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар мәктәпкә хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ менән йөрөй ала. Әммә, уларҙың һүҙҙәре буйынса, мәктәп капиталь ремонтҡа мохтаж. Атап әйткәндә, кабинеттарҙы, уҡытыу-методик материалды яңыртыу, мәктәпте заманса ҡорамалдар һәм спорт инвентары менән йыһазландырыу зарур.
Һорауға БР мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин яуап бирҙе. Ул мари гимназияһының 2026 йылға мәғариф учреждениеларын модернизациялау федераль программаһына индерелеүен белдерҙе. Модернизация программаһы бинаны ремонтлауҙы ғына түгел, ә методик әсбаптарҙы, техник сараларҙы яңыртыуҙы, шулай уҡ уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүҙе күҙ уңында тота. Радий Хәбиров, үҙ сиратында, Мишкәлә полилингваль гимназия асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәндә, ул балаларҙы мари теленә өйрәтеүсе булмауҙан ҡурҡҡанын әйтте. "Һеҙгә ҡарап, ҡурҡырға кәрәкмәгәнен аңланым", - тине ул һәм уҡытыусыларға туған телдәрҙе һаҡлау буйынса эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: https://marigymnasium.02edu.ru/