Радий Хәбиров, был бик сетерекле мәсьәлә, әммә Башҡортостанда хәл башҡа төбәктәрҙәге кеүек киҫкен түгел, тип билдәләне. Шулай уҡ ул "мигрант" һүҙен һүгенеүгә тиңләштереүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Халыҡтың күпселеге эш эҙләп китә, һәм республикаға эшсе ҡулдар сифатында сит ил кешеләре кәрәк. Мәҫәлән, улар төҙөлөш өлкәһендә ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Ә уларҙың закон боҙоуын булдырмау өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм яуаплы ведомстволар тарафынан яҡшы иҫкәртеү эше алып барыу зарур, - тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров Башҡортостанда сит ил кешеләре эшләй алған өлкәләрҙе сикләү менән килешмәй.
- Әлегә быны кәрәк тип күрмәйем. Ситуацияны күҙәтеп барасаҡбыҙ. Башҡортостан һәр ваҡыт толерантлыҡ менән айырылып тора, әгәр кеше яҡшылыҡ менән килһә, беҙ уны ҡабул итергә әҙербеҙ. Беҙ тәүҙән үк бер кемде лә ҡыуып ебәрмәйбеҙ. Диаспоралар етәкселәре менән яҡшы бәйләнештәбеҙ, һөйләшәбеҙ, бөтә киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ һәм бер-беребеҙҙе аңларға тырышабыҙ. Бында ике яҡтан да аҡыллы хәрәкәт кәрәк, - тип билдәләне ул.
Фото: ГУФССП России по РБ.