Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2024, 09:00

Белегеҙ: закон йөклө ҡатындарҙы яҡлай

Кранда эшләгән ауырлы ҡатынды еңел эшкә күсермәгәндәр.

Белегеҙ: закон йөклө ҡатындарҙы яҡлайБелегеҙ: закон йөклө ҡатындарҙы яҡлай
Белегеҙ: закон йөклө ҡатындарҙы яҡлай

Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы йөклө ҡатындың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡланы.

Хоҡуҡ һаҡлауҙы күҙәтеү ведомствоһы асыҡлауынса, быйыл март айында ҡатынды ойошмаға кран машинисы итеп эшкә алғандар. Әммә хеҙмәт килешеүендә уның эш урыны билдәләнмәгән, эш хаҡы түләү ваҡыты, компенсациялар һәм стимуллаштырыусы түләүҙәр күрһәтелмәгән, шулай уҡ эш ваҡыты һәм ял режимы билдәләнмәгән. Йөклөлөк менән бәйле  , ҡатын бер нисә айҙан һуң эш биреүсегә, элекке эшендә уртаса эш хаҡы һаҡланып ҡалып, еңелерәк икенсе эшкә күсереү тураһында ғариза ебәрә. Әммә компания етәкселеге үҙ йөкләмәләрен үтәмәй.

Ошоноң менән бәйле, прокуратура инициативаһы буйынса фирма директоры «Хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу» статьяһы буйынса 20 мең һум күләмендә штраф һәм иҫкәртеү рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Бынан тыш, ойошмаға дәғүә белдереүсе эшсегә мәжбүри ҡалдырған  эш көндәре өсөн уртаса эш хаҡы сифатында 200 мең һумдан ашыу аҡса  түләнгән.

 

 

Фото: hr.superjob.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас