Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабрь 2024, 04:35

Башҡортостан Башлығы менән "тура бәйләнеш"

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн, йәғни 3 декабрҙә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа », «Сәләм», UTV телеканалдарының һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирә.

Башҡортостан Башлығы менән "тура бәйләнеш"Башҡортостан Башлығы менән "тура бәйләнеш"
Башҡортостан Башлығы менән "тура бәйләнеш"

Тура бәйләнештең трансляцияһын Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә лә ҡарарға мөмкин.

Трансляция киске сәғәт 7-лә башлана.

Республика етәксеһенә һорауҙы «Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше» телеграм-боты, Дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы йәки республика Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша бирергә мөмкин.

Ә һеҙҙең ниндәй һорауығыҙ бар?

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас