Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Декабря 2024, 07:00

Ҡарабойҙай ононан битлек

Ҡарабойҙай оно иҫ киткес йәшәртеү көсөнә эйә.  Ул тирене яҡшы итеп йомшарта, таҙарта һәм туҡландыра. Уның нигеҙендә биткә һәм тән тиреһенә бик еңел һәм ябай битлектәр әҙерләргә мөмкин. 

Ҡарабойҙай ононан битлекҠарабойҙай ононан битлек
Ҡарабойҙай ононан битлек

   Бының өсөн 2 – 4 ҡалаҡ ҡарабойҙай оно, 1 – 2 ҡалаҡ зәйтүн майы кәрәк.  Икәүһен бергә яҡшы итеп бутарға.  Таҙартылған бит һәм муйын тереһенә һөртөп, 20 – 30 минут тотҡандан һуң,  йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.

Ҡарабойҙай оно күҙәнәктәр алмашыныуын көйләй, тирене йәшәртә һәм еңелсә таҙарта.

  Был битлек һәр төрлө тирегә ярай. Бынан тыш, уны тәнгә һөҙөмтәле скраб сифатында ла ҡулланырға мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас