Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2024, 18:30

Яңы көндө теүәл генә килеш, имен-һау ҡаршылайыҡ!

Төнгә ҡарай ҡурҡыныс янғындар хаҡында яҙып, һеҙҙең йоҡоғоҙҙо урларға йыйынмайбыҙ, дуҫтар, ни бары үтенеп һорайбыҙ: зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ!  Фажиғәләр хаҡында сайтта: 

Яңы көндө теүәл генә килеш, имен-һау ҡаршылайыҡ!Яңы көндө теүәл генә килеш, имен-һау ҡаршылайыҡ!
Яңы көндө теүәл генә килеш, имен-һау ҡаршылайыҡ!

Ауырғазы районы Шланлы ауылында йорт күҙ асып йомғансы янып китә. Янғын сыҡҡан мәлдә йортта - 74 йәшлек ҡатын, ә уның улы мунсала булған. Янғынды күреп, ир йортҡа йүгереп инергә маташа, әммә юлын көслө төтөн, ялҡын быуа.

Утты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр һүндерә. Янғын һүндереү барышында йорт хужабикәһенең кәүҙәһе табыла...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүсеһе газ плитәһен һаҡһыҙ ҡулланыу менән бәйле версияны тикшерә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- йортҡа янғын сигнализацияһы ҡуйырға кәрәк. Прибор төтөн сыҡҡанда көслө сигнал менән хәүеф тураһында хәбәр итә;

- газ приборҙарын ҡулланғанда һаҡ булығыҙ. Аш әҙерләгәндә, уны ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Ҡалтасы районында ла ҡот осҡос янғын теркәлгән кисә...

Краснохолмский ауылында янғын 1 ҡаттағы фатирҙы ялмап алған. Унда йөклө ҡатын һәм 3 бала булған. Янғын сигнализацияһының тауышын ишетеп һәм түшәмдә ут күреп, әсә балалары менән урамға сыға. Ут тиҙ арала күрше фатирҙарға, дөйөм коридорҙарға һәм ике ҡатлы күп фатирлы йорттоң ҡыйығына тарала. 2-се ҡаттағы фатирҙа йәшәгән ҡатын ике балаһын ғына урамға сығарып өлгөрә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килеп еткәс, фатирға үтеп инә һәм 4 йәшлек малайҙың кәүҙәһен таба... Баланың 30 йәшлек әсәһе әсе төтөнгә ағыуланып, аңһыҙ хәлдә реанимацияға оҙатыла, табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.

1-се ҡаттағы фатирҙа 81 йәшлек әбейҙең ғүмере өҙөлгән...

Уттан 6 фатир һәм йорттоң ҡыйығы зыян күрә, янғын майҙаны - 455 кв.м. Янғынды һүндереүгә 33 белгес һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисовтың күрһәтмәһе буйынса, янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн урындағы Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, шул иҫәптән психолог, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателдәре ебәрелгән. Шулай уҡ урында Тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй. Халыҡты урынлаштырыу өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған.

Тәүлек эсендә республикала 25 янғын теркәлгән.

Йоҡларға ятыр алдынан тағы ла бер тапҡыр йорт-ерегеҙҙе тикшереп сығығыҙ инде. Мейесегеҙ үтә ҡыҙыу итеп яғылмағанмы? Электр ҡорамалдарығыҙ төҙөкмө? Телефонды розетканан алдығыҙмы? Йылытҡыс өҫтөнә кейем киптерергә һалманығыҙмы? Тәмәке төпсөгө һүндерелгәнме? 

Имен-һау ҡаршылайыҡ һәр таңды!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

 

Яңы көндө теүәл генә килеш, имен-һау ҡаршылайыҡ!
Яңы көндө теүәл генә килеш, имен-һау ҡаршылайыҡ!
Яңы көндө теүәл генә килеш, имен-һау ҡаршылайыҡ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас