Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2024, 17:25

Тәүлек эсендә 25 кеше алданған

Уҙған ял көндәрендә республика халҡы мутлашыусыларға 12 миллион һумдан ашыу аҡса биргән.

Тәүлек эсендә 25 кеше алданғанТәүлек эсендә 25 кеше алданған
Тәүлек эсендә 25 кеше алданған

Өфө ҡала округының 7-се полиция бүлегенә 22 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уға МТС компанияһы хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килә. Шылтыратыусы ғариза биреүсенең килешеү ваҡыты тамамланыуын һәм артабан бәйләнештә ҡалыу өсөн уны оҙайтыу кәрәклеген хәбәр итә. Әңгәмәсеһенә ышанып, йәш ҡатын уға смс-кодтар бирә. Артабан "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" һәм "банктан" шылтыратыуҙар килә, улар зыян күреүсегә "кире ҡайтарыу" кредитын алырға кәңәш итә. Әммә банкка барыр алдынан ҡатын ире менән кәңәшләшергә була. Ир ҡатындың аферистарҙың хәйләһенә эләккәнен аңлай. Шул рәүешле 700 мең һум аҡсаны һаҡлап ҡала.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегенә 42 йәшлек урындағы кеше килә. Ул сайттарҙың береһендә машина һатыу тураһында иғлан күрә лә, күрһәтелгән номерға шылтырата. "Һатыусы", машинаны һатып алыу өсөн алдан түләү күсерергә һәм таможня пошлинаһын түләргә кәрәк, ти. Уның күрһәтмәһе буйынса, ир 750 мең һум күләмендә шәхси тупланмаһын ебәрә. Аҡса алғандан һуң енәйәтсе бәйләнештән юғала. Ғариза биреүсе, мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләгеүен аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: телефон аша йәки мессенджерҙарҙа таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда мөмкин тиклем һаҡ булығыҙ. Тиҙ табыш вәғәҙәләренә ышанмағыҙ. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм бирмәгеҙ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас