Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2024, 17:08

Муттар ҡатынды 1,5 ай буйына алдаған

Телефон мутлашыусылары 72 йәшлек ҡатындың 16 миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлаған. 

Муттар ҡатынды 1,5 ай буйына алдағанМуттар ҡатынды 1,5 ай буйына алдаған
Муттар ҡатынды 1,5 ай буйына алдаған

Барыһы ла ялған "мобиль элемтә операторының" шылтыратыуынан башлана, ул сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу һылтауы менән смс-хәбәрҙәрҙән кодтарҙы асыҡлай һәм "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында ҡорбандың шәхси кабинетына инә. Ҡатындың шәхси мәғлүмәттәрен ҡулланып, мутлашыусылар уның анкета мәғлүмәттәрен, банк иҫәбе номерҙарын һәм хатта автомобиленең маркаһын телгә алып, ентекле һөйләшеүҙәр алып бара. Артабан ул банктың һәм дәүләт именлеге органдарының ялған хеҙмәткәрҙәренә ышана, уларҙың күрһәтмәләре буйынса аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерә, машинаһын һата һәм фатирын залогҡа биреп, кредит ала...

"Дәүләт хеҙмәттәре"ндәге шәхси кабинетығыҙҙа башҡаларҙың аккаунттары юҡмы икәнен даими тикшерегеҙ! - тип иҫкәртә БР буйынса ЭЭМ "Мошки" телеграм-каналы хеҙмәткәрҙәре.

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас