Кикереү бер башланһа, туҡтатырмын тимә. Бының ояты юҡ, әммә туҡтауһыҙ кикереп йөрөү бер ҙә рәхәт түгел. Халыҡ медицинаһы унан арыныуҙың еңел генә ысулын тәҡдим итә. Көн һайын иртән, төш һәм кисен ашағандан һуң ярты литр самаһы кәзә һөтө эсергә. Өс ай эскәндән һуң, кикереүҙең нимә икәнен дә оноторһоғоҙ. Бер тапҡыр дауаланғандан һуң, был ауырыу кире әйләнеп ҡайтмай, тиҙәр.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.