Аҡса эшләү тураһында иғлан күреп ҡалып, ҡатын анкета тултыра. Уның менән халыҡ-ара биржаның ялған консультанты бәйләнешкә инә һәм "Маркет" ҡушымтаһын урынлаштырырға күндерә. Был ҡушымтала уға сит телдә шәхси логин менән хәбәр килә. Артабанғы эш өсөн был логинды телефон шылтыратыу барышында робот операторға әйтергә кәрәк була. Сит ил һүҙен дөрөҫ әйтмәү арҡаһында пенсионер ҡатын, йәнәһе лә, техник хата яһаған, һәм робот уның логинын ҡабул итмәй, иҫәбенә өҫтәмә аҡса күсереүҙе талап иткән. Шулайтып ҡатындан өс тапҡыр аҡса һурғандар.
Зыян күләме - 587 мең һумдан ашыу. Был турала БР буйынса ЭЭМ "Мошки" телеграм-каналы хәбәр итә.
Интернеттағы ылыҡтырғыс рекламаларға ышанмағыҙ!
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1002084555566