Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2024, 17:30

Бергә саҡта беҙ - көс!

Ошо девиз аҫтында Учалы районының ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам ойоштора.

Бергә саҡта беҙ - көс!Бергә саҡта беҙ - көс!
Бергә саҡта беҙ - көс!

"Тыл хеҙмәтсәне" төркөмөнә тупланған райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм уларҙың тормош иптәштәре башҡарған эштәргә аҙна һайын отчет яһала. Шунан ғына ла уларҙың ниндәй ҙур, изге эш атҡарыуы яҡшы күренә.

Әйтәйек, 24 ноябрҙән алып бөгөнгө көнгә тиклем 22 маскировка селтәре үрелгән (бөтәһе 335 дана):

бәләкәй генә Оҙонгүл ауылында - 2 дана (бөтәһе 20!), ойоштороусыһы - Мәнфүзә Зиннәт ҡыҙы Ливенцева;

Мансур ауылы - 3 дана (7), ойоштороусыһы - Вәлимә Рәфҡәт ҡыҙы Ғарипова;

Озерный ауылы - 3 дана (9), ойоштороусыһы - Нурдидә Сәғит ҡыҙы Вәлиева;

Ҡобағош ауылы - 2 дана (7), ойоштороусыһы - Зимфира Хажғәли ҡыҙы Лоҡманова;

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы - 1 дана (3), ойоштороусылары - директор Айгөл Хәмиҙулла ҡыҙы Ғимазитдинова һәм  Фәниә Нуритдин ҡыҙы Иванова.

1019 окоп шәме эшләнгән, ҡоро душ - 6472 дана.

Учалының изге күңелле, уңған әүҙемдәре маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм ҡоро душ өсөн материалдар һатып алыуға аҡса йыйыуҙы дауам итә.

- Бөтә эшмәкәрлегебеҙ бары тик һеҙгә, аҡса килеүенә бәйле! - тип яҙа "Тыл хеҙмәтсәне" төркөмө админы, һәр эштең башында йөрөгән Рәмилә Мәүлит ҡыҙы Фәйрүзова. - Һеҙҙең битараф булмауығыҙ, был ауыр ваҡытта беҙҙең егеттәргә ярҙам итеүегеҙ һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн ҙур рәхмәт!

Ярҙам итергә теләүселәр аҡсаны ошо телефон номерына һала ала: 89273211982 (Ф.Рамила Мавлитовна СБЕРБАНК, мотлаҡ На Сеть! За Победу! тип яҙырға онотмағыҙ)

Фото: https://vk.com/id608456128

Бергә саҡта беҙ - көс!
Бергә саҡта беҙ - көс!
Бергә саҡта беҙ - көс!
Бергә саҡта беҙ - көс!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас