Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабрь 2024, 07:21

"Берәйһенә әйтһәгеҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!"

Өфөлә ике кешене ялған "ФСБ хеҙмәткәрҙәре" ҡаҡшатҡан. 3,5 миллион һумға. 

"Берәйһенә әйтһәгеҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!""Берәйһенә әйтһәгеҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!"
"Берәйһенә әйтһәгеҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!"

55 йәшлек ҡатын, һеҙҙең исемгә кредит алырға маташалар, тигәнгә ышанып, бөтә аҡсаһын иҫәбенән алған да, мутлашыусыларға күсергән. Зыян күләме 2,5 млн һум.

61 йәшлек ирҙе лә шул уҡ схема буйынса алдағандар. Етмәһә, берәйһенә был турала һөйләһәң, һиңә енәйәт эшен асабыҙ, тип ҡурҡытҡандар. Ул миллион һумдан ашыу аҡсаһынан яҙған.

Улар кеүек тоҙаҡҡа ҡабып ҡуймағыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, уяулыҡты юғалтмағыҙ!

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас