Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Декабря 2024, 17:33

Берәүҙәр ҡотҡара, икенселәр ата...

Йылайыр районында законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләнеүсе тотолған.

Берәүҙәр ҡотҡара, икенселәр ата...Берәүҙәр ҡотҡара, икенселәр ата...
Берәүҙәр ҡотҡара, икенселәр ата...

28 ноябрҙә Баймаҡ районы полиция бүлегенә һунар инспекторынан хәбәр килә. Ул Баймаҡ һәм Йылайыр райондары сигендәге урманға рейд барышында тракторҙа мышы түшкәһен тейәп алып ҡайтып барған ирҙе осрата. Ул транспорт сараһын туҡтата... Аҙаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре һунарсы мышыны тунаған ергә барғас, икенсе мышы түшкәһен таба.

Асыҡланыуынса, ир һунарҙа саҡта 2 мышыны атып үлтергән, әммә уның документтары буйынса, уға бер генә мышыны атырға рөхсәт ителгән. Ваҡиға урынын ҡарау барышында ике мышы түшкәһе, һунар мылтыҡтары һәм трактор тартып алына. Экологик зыян яҡынса 240 мең һумға баһалана. Законһыҙ һунар итеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе таныу күрһәтмәләре биргән. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас