-4 °С
Ҡар
Һөҙөмтәлә яугир һәм уның кәләше сәхнәгә бергә сығып йырлаған.
"Ватан һаҡсылары" дәүләт фонды патриотик йырҙар конкурсы ойошторған. Сара Сириуста үткән. Унда яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Владимир Денисов ҡатыны Олеся Спиридонова менән дуэт йырлаған. 14 башҡарыусы финалға сыҡҡан, беҙҙекеләр "Слышишь" йырын башҡарған. Халыҡ бик йылы ҡабул итеп, тауыш биргән һәм улар - еңеүсе!
Олеся белдереүенсә, ул иренең еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуына ышана. Улар башҡарған композиция бөтә һөйгәндәр өсөн гимнға әүерелгән.