Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь , 13:00

“Төшкө аштан һуң, эй, иҫнәйем, эй, иҫнәйем, йоҡо килә-әә...”

Күптәргә таныш хәл, шулаймы? Хәйер, бер аҙ серем итеп алыуҙың зыяны юҡтыр. Ә шулай ҙа...

“Төшкө аштан һуң, эй, иҫнәйем, эй, иҫнәйем, йоҡо килә-әә...”
“Төшкө аштан һуң, эй, иҫнәйем, эй, иҫнәйем, йоҡо килә-әә...”

Өфөнән гастроэнтеролог, диетолог Эльвира Белева (UfaTime.ru баҫмаһына һөйләгән) белдереүенсә, төшкө йоҡо килеүҙән ҡотолоу өсөн түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк:

Беренсенән, дөрөҫ туҡланыу ҙур роль уйнай. Әгәр “обед” күп углеводлы ауыр аш-һыуҙан торһа, әлбиттә, арыған кеүек булаһығыҙ.

Икенсенән, ашағас, әҙерәк йөрөп килһәгеҙ йә физик эш эшләһәгеҙ, ҡан йөрөшө әүҙемләшер ҙә, йоҡоғоҙ килмәҫ.

Өсөнсөнән, һыуһыҙлыҡ арыуҙы көсәйтә. Көн дауамында һыу эсегеҙ. Һауаны ла дымландырып тороу яҡшыраҡ.

Дүртенсенән, туҡланыу тәртибе дөрөҫ булырға тейеш. Әҙ-әҙләп, әммә даими ашау организмға ыңғай йоғонто яһай.

Әйткәндәй, төшкө аштан һуң 10 – 20 минут серем итеп алыу насар түгел дә ул)))

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: