Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь , 10:16

“Социаль бурыстарға, һаулыҡ һаҡлауға, ғаиләләргә иғтибар һәр саҡ көслө”

Хәбәр итеүебеҙсә, кисә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышта республика бюджеты проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Өс йылға иҫәпләнгән бюджет проектында килем өлөшө – 324 миллиард, сығым 328 миллиард һум тип күҙаллана. Дефицит (4 млрд һум) финанслау сығанаҡтары менән ҡаплана. Бюджет проекты 2025 йылға һәм 2026 – 2027 йылдарға план осорона әҙерләнгән.

“Социаль бурыстарға, һаулыҡ һаҡлауға, ғаиләләргә иғтибар һәр саҡ көслө”
“Социаль бурыстарға, һаулыҡ һаҡлауға, ғаиләләргә иғтибар һәр саҡ көслө”

Был, әлбиттә, тәүге вариант. Икенсе уҡыуға параметрҙар федераль ҡаҙнанан килгән аҡса күләменә ҡарап төҙәтеләсәк. Бюджет декабрҙә тулыһынса ҡабул ителергә тейеш.

Әйткәндәй, ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, республикала социаль бурыстар һәм кешеләргә булышлыҡ итеү саралары һаҡлана.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасовтың комментарийы:

– Дөйөм алғанда, бюджет баланслы. Беҙҙең килем дә, сығым да үҫте. Беҙҙең комитет социаль мәсьәләләр һәм һаулыҡ өлкәһе буйынса эшләне. Был блокка 134 млрд һум аҡса ҡаралған. Был ағымдағы йылдан 18 процентҡа күберәк.

Һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Квалификациялы табиптар кәрәк. Бигерәк тә ауыл ерендә ихтыяж бар. Шуға ла табиптарға ярҙам ҡаралған. Белеүегеҙсә, Башҡортостанда “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары эшләй. Улар алдағы йылдарҙа ҙа дауам итәсәк. Был маҡсатҡа 200 млн һум һалынған. 8 млрд һумдан ашыу дарыуҙар алыуға йүнәлтелә. Шәкәр диабеты, орфан ауырыуҙар менән сирләүселәргә, ауырлы ҡатындарға, перинаталь үҙәктәргә иғтибар көсәйтелә. Тормош сифатын күтәреү буйынса барлыҡ бурысты үтәүҙе БР Хөкүмәте лә, депутаттар ҙа контролдә тота.

Быйыл Рәсәй Президенты тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителгәйне. Был юҫыҡта күп эш башҡарылды. Беҙҙең бюджетта ғаиләне нығытыуға бик етди суммалар һалынған. Күп балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү саралары ҡабул ителде. Мәҫәлән, киләһе йылдан һәр ғаиләгә ай һайын йәшәү минимумы күләмендә аҡса түләнәсәк. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусы, студент балалар өсөн уҡыу еренә барыуға юл хаҡын түләү буйынса айырым ярҙам булдырылды: көнөнә ике тапҡыр транспортта йөрөү бушлай. Был ярҙам менән 13 меңдән ашыу кеше файҙаланған да инде. Ишле ғаиләләр мәҙәниәт учреждениеларына ла бушлай йөрөү хоҡуғына эйә. Күп балалы ғаилә таныҡлығын (октябрь айынан башлап тапшырылған берҙәм документ тураһында һүҙ. – А. И.) алған хәлдә башҡа ярҙам да бар.

Бюджет ул шундай механизм, Хөкүмәт ҡарарҙары менән уны үҙгәртергә лә була. Депутаттар был тәңгәлдә етәкселек менән бергә эшләй.

Башҡортостанда быйыл иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам йылы уңайынан да күп эш башҡарылды, әйткәндәй ярҙам киләһе йылда ла дауам итәсәк.

2025 йыл БР Башлығы указы менән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. Был маҡсатҡа 8 млрд һумдан ашыу аҡса һалынған. Әгәр ҙә Хөкүмәт өҫтәмә ярҙам саралары булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итһә, бюджетҡа ла үҙгәрештәр индереләсәк. Белеүегеҙсә, беҙҙә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы бар.

Фото: ХАРАСОВ САЛАВАТ ФАТТАХОВИЧ (“Бәйләнештә” төркөмөнән).

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: