Уны Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ тетарының “Урман йәрминкәһе" спектакле асты. Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Тәтешле райондарының балалары был матур тамашаны ҡараны. Шулай уҡ Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан спектаклгә сәлмәтлектәре сикләнгән балалар ҙа саҡырылды.Күптәр өсөн был көн ысын байрамға әүерелде. Улар артистар менән бергә тылсымлы әкиәт донъяһына сәйәхәт ҡылды. Бындай мәҙәни саралар алыҫ райондарҙағы балалар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Спектаклдән һуң кескәй ҡунаҡтарҙы тәмле төшкө аш көтә ине. Мәктәп ашханаһының йылы мөхитендә балалар бер-береһе менән аралаша алды, тәмле аш менән һыйланды.
Бындай саралар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар балаларға көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, үҙҙәрен ҙур һәм татыу йәмғиәттең бер өлөшө итеп тойорға, шулай уҡ яңы сағыу тәьҫораттар алырға рҙам итә.
Сараны “Йылы өләш” ирекмәндәр хәрәкәте ярҙамында “Зәкәт” мәрхәмәтлелек фонды ойошторҙо. Улар сарала ҡатнашыусы райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына рәхмәт белдерә.