Сараны мәктәп етәкселеге менән бергә Мең ырыуы ҡоро ойошторҙо.
Байрамды Айыт мәктәбенең ҡумыҙсылар ансамбле, уҡыусылар хоры һәм Шайморатовсылар класы балаларының сығышы биҙәне. Шулай уҡ өлкән клас уҡыусылары үҙҙәре үк милли батырыбыҙҙың тормошо һәм ижады менән таныштырып үтте.
- Беҙҙең мәктәптә төрлө милләт балалары уҡый һәм уларҙың барыһы ла дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнә. Тамашасылар залында ултырыусылар бөгөнгө сығыштарҙан телдең матурлығын тағы ла бер күңеленән үткәрер, ә конкурсанттар киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуйыр, тип ышанам, - тип сараға фатиха бирҙе Айыт мәктәбе директоры Гөлнара Мөстәҡимова.
Шиғри конкурста Айыт, Йылболаҡтамаҡ, Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Һәм уларҙың һәр береһе шиғырҙарҙы башҡорт телендә һөйләне.