Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Ноябрь , 21:00

Баймаҡтар

Кемдәр менән генә танышһам да, Һорап өлгөрмәйҙәр: “Ҡай яҡтан?” Берәй кеше арттан баҫтырамы – Әйтә һалам: “Ә мин – Баймаҡтан!” …Баймаҡтарҙың, тиҙәр, маҡтаныуҙан Күм-күк булып бөткән түштәре… Түш туҡмарлыҡ һөйләшәләр икән – Тимәк, ыңғай бара эштәре! Килешеп тә, бәлки, етмәйҙер ҙә, Ҡупырышлыҡ беҙҙең халыҡҡа? …Беҙ үҙебеҙ менән маҡтанмайбыҙ, Ҡыҙыҡмайҙар бында байлыҡҡа. Маҡтанабыҙ ер-һыуыбыҙ менән – Беҙ беләбеҙ ерҙең ҡәҙерен! – Эшләгән эш, яуланған үр менән – Таланттарға ифрат бай ерем! Бер сыҡҡан дан беҙҙең сыҡҡан инде, Төҙәтергә барыбер һуңланыҡ: Маҡтанырлыҡ итеп тыуған илгә Хеҙмәт итеп әле туйманыҡ!!! Фирүзә Абдуллина

Баймаҡтар
Баймаҡтар

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: